«Язык моих предков угаснуть не должен»
Февраль 21, 2023
Просмотров: 19
21 февраль-Халыҡ -ара туған телдәр көнө. Был көндө бөтә республикала туған телдәрҙе үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үтә. Әлбиттә, беҙҙең мәктәбебеҙ ҙә был саранан ситтә ҡалманы. Туған телебеҙгә арналған саралар бер көн менән генә сикләнмәне, был байрамға әҙерлек мәктәбебеҙҙә күптән башланды. Мәктәп китапханаһында туған телдәр көнөнә арналған мөйөш,китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Китапхана етәксеһе Фазлетдинова Г.М. китап уҡыуҙың үҫмерҙәр өсөн үтә мөһимлеген һәм әһәмиәтен һөйләне.