Башҡорт теле көнө
Декабрь 14, 2022
Просмотров: 37
14 декабрь Башҡортостан Башлығы Указы менән “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Был көндө бөтә республикала башҡорт телен үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үтә. Әлбиттә, беҙҙең мәктәбебеҙ ҙә был саранан ситтә ҡалманы.Туған телебеҙгә арналған саралар бер көн менән генә сикләнмәне, был байрамға әҙерлек мәктәбебеҙҙә күптән башланды. 5-9 класс уҡыусылары М.Аҡмулла хаҡында видеофильм ҡаранылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Китапханала билдәле мәғрифәтсе Мифтәхктдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған мөйөш булдырылды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Л.Р.Ноғманова уҡыусыларҙы бөйөк мәғрифәтсебеҙҙең тормош юлы, ижады менән таныштырҙы. Башланғыс класс уҡыусылары уткән сараларҙа ҙур әүҙемлек күрһәтте.Башҡортостан Республикаһының Башҡорт теле көнөнә арналған «Тыуған Башҡортостаным» иллюстрациялар конкурсы һәм башҡа сағыу саралар үткәрелде.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостан Республикаһында уны популярлаштырыу — мәртәбәле байрамдың төп маҡсаты булып тора.
#Большебадраково #Бураево
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостан Республикаһында уны популярлаштырыу — мәртәбәле байрамдың төп маҡсаты булып тора.
#Большебадраково #Бураево